Главная » Файлы » Классные часы

Әкиәт батырҙары
26.01.2015, 22:57

Әкиәт батырҙарына тин-Ҡансуриндар ғаиләһе.

(Шәжәрә байрамында ҡулланырға була)

 

 

Әкиәт батырҙарына тинләйем мин уларҙы... Күп әкиәттәр : «Борон-борон заманда төрлө файҙалы эштәр башкарып, бар халыҡты ҡыуандырып йәшәгән тип,» башланып,зур матур өй һалып ,кәләш алып,өй тулы балалар үҫтереп, әле лә бәхетле йәшәп яталар тип тамамлана.Беләбеҙ,әкиәт- ул,уйланма ,унда тормошҡа ашмаҫлыҡ хыялдар бар. Ләкин минә һис тә улай тойолмай,сөнки тирә-яғымда ысын әкиәт батырҙарылай туғандарым;атайым,олатайым,ағайым бар.

Туғандарым-Кансуриндар бала саҡтан эш һөйөп,тормоштон әсеһен-сөсөһөн татып үҫәләр. Олатайым Хәбибуллаға-12 ,атайым Азаматка-5 йәш ,ә Самат ағайыма 3 йәш булғанда һуҡыр калалар.

Атай урынына ҡалған олатайым Хәбибулла үҙе белгән һөнәргә ҡустыларын -атайымды,ағайымды ла өйрәтә. Ул тыныс холоҡло ,изге күнелле кеше.Олатайым әйтерһендә ысын әкиәттәгеләй,ағасҡа йән өрә; семәрләп ҡапҡалар,һандыҡтар,тәҙрә янактары,ҡапҡастары эшләй.Әлеге ваҡытта инәйем Хәмиҙә менән ике ул үҫтереп,уларға юғары белем бирепйәш парҙарҙай бәхетле йәшәйҙәр.Өлкән улдары Фиданға быйыл йәй гөрләтеп туй үткәрҙеләр.ә кесеһе Фәнис ағайым Мораҡта иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәшеү бүлеге хеҙмәткәре.Атанан күргән уҡ юнған тип.улдары ла атаһына окшап оҫталар.

Алтын ҡуллы атайым Азаматтын эшләгән эштәренә һоҡланмаған кеше юҡ.Әсәйемде орсоҡ,уҡлау кеүек әйберҙәр менән ҡыуандырһа,һылыуыма сәнгелдәк,ултырғыстар өҫтәлдәр эшләп бирә.Уны тирә -яҡта ла яҡшы беләләр.Яҙ етеп,ҡара ер күренеү менән,үҙҙәренә балта эшенә саҡырыусы кешеләр күп.Мунсалар,һарайҙар ,өйҙәр төҙөп кенә ҡалмай ,боронғо башҡорттарҙын кәсептәрен үҙ итәләр; ҡоҙок буралары, арбалар эшләү,оҫта итеп ситән үреү,септә һуғыу ҙа унын кулынан килә.

Ә өйөбеҙҙе йәмләп ултырған өҫтәл.ултырғыстар әйтерһен тәҙ ҡарауҙан фабрика әйберҙәренән айырмаҫһын.

-элек магазиндарҙа хәҙерге кеүек әйберҙәр тулып торманы.Зур әйбер алам тиһән,заказ бирергә .оҙаҡ көтөргә кәрәк була торғаәны.шуға ла,тәүәкәлләп ,үҙем эшләргә тотондом һәм аллаға шөкөр ,хыялым тормошҡа ашты,тип ихлас йылмая атайым.Яҙын ишек алдындағы эш,йәйен -бесән .көҙөн -утын кеүек эш торһа ла,эште йырып сыҡҡас ,йырларға ла була тигәндәй ,ялға ла ваҡыт таба ул.Оҫта итеп гармундала уйнай ул,монло итеп йырлай ,беҙҙе бейетеп күнелде күтәрә ул.Йәй көндәрендә ғаиләбеҙ менән сабынлыҡҡа ял итергә барабыҙ. Ғаиләбеҙҙен тағы бер ҡиммәте ул- йыр монға һәләтлелек.Атайым үҙе белгән боронғо йырҙарҙы минә, һылыуыма өйрәтә ,башҡорт рухында тәрбиәләргә тырыша.

Ауылымды тағы ла йәмләп,әкиәттәге алтын һарайындағындай балҡып торған йорт- ағайым Самат Ҡансуриндын өйө.Ул Матросов исемендәге колхозда машина -трактор паркында эшләй.,колхоз бөтөрөлгән замандарҙа ауылдын данлыҡлы тирмәнсеһе булып таныла.

Хәҙерге заманда етеш тормош көтөүе ,балалар уҡытыуы ауыр.Ләкин юнсел йүнен таба ,ағайым ҡаушап ҡала торғандарҙан түгелӘлеге көндә үҙ эшен асып ,килешеү буйынсамунса мейестәре,бесән тырматҡыс,тимерҙән семәрләп ҡапөалар эшләүменән мәшғүл.Ниндәй генә эшкә тотонһа ла ҡулынан килә ағайымдын. «Уныштын сере нимәлә тип ҡыҙыҡһынам.

Уныштын сере -тормошто,ғаиләнде ,ауылдаштарымды яратыуҙа ул.Ә ин мөһиме,әлбиттә.тырышлыҡ. Тырыш кешене эш үҙе таба -ти.Халыҡҡа ҡарата мөләйем ,ярҙамсыл тырыш булғанға күрә ,уны барыһы ла ярата. Инде өс тапҡыр ауыл советы депутаты итеп һайланды.Мин уны киләсәктә ауылымдын аҡһаҡалы булыр тип ышанам.Улдары-Марат,Мансур ҙа матур ғаилә традицияларына таяна,тап төшөрмәй, хеҙмәт дәрестәрендә сувенирҙар эшләргә әүәҫтәр.

Ҡансуриндар белгән һөнәрҙәренен серҙәрен бер-береһенә өйрәтеп,быуындын-быуынға килгән йолаларҙы һаҡлап,ғаиләлә ҙур эш башлар саҡта ағайҙары -Хәбибулла олатайым менән кәнәшләшеп эш башлайҙар.Әбеҙҙе-бааңлаларын Өэштән кеше үлмәй»- тип өйрәтәләр.Мин иһә ысын башҡорт рухы һаҡланған ғаиләгә ҡарап ,ошо татыу ,берҙәм ғаиләнен бер ағзаһы булыуыма шатмын.Һәм «Ошо ҡиммәттәр ,ошо тәрбиәлелек ҡайҙан барлыҡҡа килә һун -тигән һорау менәнғаиләмә мөрәжәғәт итәм.Эйе,ояһында нимә күрә .шуны эшләр ,тиелә аҡыллы халыҡ әйтемендә. Банат ҡәрсәйем балаларында йыр-монға һөйөү уятһа,Зыят ҡартайым ағас эшкәртеү серҙәренә төшөндөргән.Улар үҙ балаларына ғаиләлә туғандар,яҡындар менән генә ауырлыҡтарҙы енеп була тигән фекерҙе һендереп үҫтергәндәр.Ыснлап та туғанлыҡ ептәрен һаҡлаған ,ғаиләлә атай -әсәй ҡәҙерен анлаған ,наҙын тойоп үҫкән кеше генә тормошта үҙ урынын таба,ныҡлы атлай.Миненсә ,әллә ҡайҙан әкиәттәге кеүек тормошто эҙләргә кәрәк түгел.Әкиәт ул- ябай ғаәлә бәхете.тормошто әкиәт итеп ҡора белеү кешенен үҙенән тора.

Үҙ тормошондон ышаныслы «әкиәт ҡалҡаны»булыу бөгөнгө көндә бик мөһим.Яныбай ауылындағы Ҡансуриндар ғаиләһе ошо ҡиммәттәрҙе һаҡлап ,туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен алға ҡуйып йәшәуен дауам итә.

 

Ҡансурина Гөлнәфис

Категория: Классные часы | Добавил: mygarbi
Просмотров: 671 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar