Главная » Статьи » Мои статьи

Авторские стихи дочери

студентка БашГУ

“Һағыш батҡан һары көҙҙәр”-тиҙәр,

Күнелдәрҙе бер аҙ бойотоп.

“Йылы яҡҡа күптән осто ҡоштар,

Кемдәр ҡалыр күнел йылытып?”


 

Һарылырға һалыр буяуҙарын,

Һалған ергә һалҡын, алтын көҙ.

Яҡты өмөт кенә өндәшкәндәй:

“Йылы килер,дуҫым, бары түҙ!”


 

Шуғалыр ҙа йылы көтәм әле

Бирешмәйсә күнел түрендә:

Донъялагы булған ауырлыктар

Бер ҙә мәнгелеккә түгел дә?!


 

Өмөт тулы күнел наҙҙарыма

Һалҡын көҙҙәр ҡаршы була (а)лмаҫ.

Һарыларға һалыр буяуҙары

Һағыштарға мәгәр юл һалмаҫ!


 

Хатта һалкын гына көҙҙәрҙә лә

Йәшәй ала йылы, яҡтылыҡ!

Минен өмөт тулы көҙҙәремдә

Һағыштарға һис тә урын юҡ!


 

Күпме генә теләһәм дә...


 

Етмәҫ кеүек минең күҙ йәштәрем,

Шатлыҡ минуттарын барларға.

Ер йөҙөнөң улын, ҡыҙының

Кисерешен тойоп аңларға.


 

Етмәҫ кеүек йөрәк моңдарым

Әсәлекте данлап йырларға.

Ер йөҙөндә һәр бер әсәйҙе

Ғазап-ҡайғылырҙан һаҡларға.


 

Етмәҫ кеүек минең күңелем

Һәр ғәмһеҙгә бер йәм өҫтәргә.

Яңы һулыш өрөп сирлеләргә

Оҙон ғүмер бүләк итергә.


 

Етмәҫ кеүек минең йөрәгем

Һыйындырыр өсөн барында.

Кешелектең үткән, бөгөнгөһөн

Киләсәген уның яҡларға.


 

Етмәй ҡалыр кеүек бер ғүмер

Был донъяның серен асырға.

Матурлығын тойоп Еремдең

Шатлыҡтарын аның татырға.


 

Ә шулай ҙа... үҙем белгәнсә

Яйлап киләм ғүмер юлында:

Мөхәббәтем, йөрәк моңдарым

Һеҙгә, кешеләрем, бары ла!!!


 


 


 


 

Өшөгәндә hалкын ҡыштарыңда

Янып-hөйәhе ине...

Йәмләр өсөн hинең йәйҙәреңде

Сәскәң булаhы ине...

Йәшлегендең дәртле яҙҙарыңда

Бергә гөрләйhе ине...

Ғүмереңдең алтын көҙөнәсә

Бергә калаhы ине...

Бар булмышым менән hинең өсөн

Янып-көйәhе ине...

Ғүмереңдең hәр бер миҙгелендә

Йәмләп тораhы ине...

10.04.2012


 


 


 


 


 


 


 

Ғәфү үтенәм һеҙҙән …

Ғәфү үтенәм һеҙҙән, яҡындарым,

Яҡын иткәнемә күңелем.

Донъя йәмен, тормош мәғәнәһен

Тапҡанына һеҙҙә күҙҙәрем.


 

Ғәфү үтенәм һеҙҙән, яратҡаным!

Бойһонмаған өсөн йөрәгем.

Ғәйеп итеп ҡабул итмәгеҙ һеҙ

Сағылышын минең һөйөүҙең.


 

Ғәфү үтенәм һеҙҙән, яңлыш ҡына

Үпкәләтеп киткән кеш(е)ләрем.

Онотҡаным өсөн бәғзеләрҙең,

Күрһәткән бар изгелектәрен ...


 

Ғәфү үтенәм һеҙҙән,ете яттар,

Кертмәгәнгә күңел түренә,

Ҡурсыу менән уратылған йөрәк

Йәшәргә бит саҡ-саҡ өйрәнә.


 

“Яҙмыш” тигән ауыр, сәйер юлда

Ос(о)раған барлыҡ кеш(е)ләрем,

Ғәфү итегеҙ мине, ә мин һеҙҙе

Күптән инде ғәфү иткәнмен!


 


 

Категория: Мои статьи | Добавил: mygarbi (19.01.2015)
Просмотров: 391 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar