Главная » Статьи » Мои статьи

Литературно- музыкальная композиция.Тема: « Ода женщине словами Мустая»

МОБУ СОШ д.Яныбаево муниципального района Зианчуринский район

Республики Башкортостан

 

 

 

 

 

 

 

 

                           Районный конкурс  на методическую разработку, посвященную 95-летию народного поэта Республики Башкортостан Мустая Карима 

 

 

Литературно- музыкальная композиция

Тема: « Ода женщине словами Мустая»

 

 

 

 

 

Автор : Канчурина Минзалия Фахретдиновна

учитель физики и математики

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

2014 год

 

 

Ейәнсура районы   Яныбай   урта

 дөйөм белем биреү мәктәбе

 

 

 

 

 

 

 

 

«Ҡатын-ҡыҙға  Мостай теле менән дан йыры»

 

Әҙәби-музыкаль кисә  сценарийы

 

 

Уҡытыусы :Кансурина Минзәлиә Фәхретдин ҡыҙы

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

2014 йыл

 

 

 

 

 Катын-ҡыҙға Мостай теле менән дан йыры

(әҙәби-музыкаль кисә сценарийы) 

Биҙәлгән зал. Шағир портреты. Шиғырҙарҙан өҙөктәр, сәскәләр гөлләмәһе, ҡыҙҙарҙың ҡул эштәре күргәҙмәһе. Башкорт өйөнөң бер өлөшө. Мультимедиялар.Кисә барышында презентация күрһәтелә.

Кисә барышы.

  • Музыкаль  фон ебәрелә. Шағир  образында бер уҡыусы егет сыға һәм шиғыр ятлай:

Өс мөғжизә мине әсир алды -

Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше.

Өс сер мине уйға, шомға һалды -

Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше.

Ерҙең сере бөтә. Күк һайыға.

Төбө күренер бына асылыр ҙа.

Ҡатын кеше генә

Асылмаҫ сер,

Тылсым булып ҡалыр асылында.

  • Алып барыусы: Һаумыһығыҙ хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, саҡырылған ҡунаҡтар, уҡыусылар, өләсәйҙәр, әсәйҙәр, уҡытыусылар! Бөтә тәбиғәт йоконан уянған мәлдә беҙ иң матур байрамыбыҙҙың береһе- ҡатын-ҡыҙҙар көнөн байрам итәбеҙ.  Ә бөгөнгө күркәм кисәлә ҡатын-ҡыҙға дан йырын Мостай теле менән йырлаясакбыҙ.
  • 1-се укыусы (Музыкаль фон. М.Кәримдең “Миҙгелдәр шиғырынан өҙөк ятлай) :

Һөйөү йыры яҙҙан башланһа ла,

Йыл ғүмере ҡыштан ярала бит.

Йыл бишектә йоҡлай. Шул миҙгелдә

Иң матур өн төштән ярала бит.

Ер йөҙөнөң аҡлығына ҡарап,

Ултыр ҙа бер ила сараһыҙҙан.

Бында гөнаһ та саф. Шул сафлыҡтың

Бөтәһе лә, тимен ҡатын-ҡыҙҙан.

Ҡатын ҡыҙҙан...

  • Алып барыусы: Бөгөнгө беҙҙең кисәлә яҙ сәскәһе кеүек гүзәл, донъя йәме, өлгө булырлыҡ өс быуын ҡатын-ҡыҙҙары йыйылған. Әйҙәгеҙ, уларҙың  һоҡланғыс тормошона үҙҙәре менән байҡау яһайыҡ.
  • Музыкаль фон. Шағир  образында бер уҡыусы егет сыға: “Шундай катындар килә был донъяға, уларҙың яралыуында,бар булыуында илаhи көстөң, илаһи уттың ҡатнашы күҙгә бәрелеп тора. Улар бейектә сакта ла ерҙән айырылмайҙар, түбәнгә төшкәндә  лә түбәнлеккә төшмәйҙәр, хурлыкка батмайҙар, юғалтыуҙар кисергәндә  лә юғалып ҡалмайҙар , уларҙы хатта аслык-яланғаслыҡ та кәмhетә алмай сибәрлектәренә  ҡағылырга ҡартлык үҙе тартына.” (“Ап-аҡ мөғжизә” әҫәренән М.Кәрим һүҙҙәре)
  • Алып барыусы: Ошо һүҙҙәр ауылымдың аҡ инәйе, быйылғы йылда 90 йәшен билдәләгән Байбулатова Минзифа Камалетдин ҡыҙына ҡағылалыр кеүек. Һүҙҙе уға бирәйек.
  • Алып барыусы: Һүҙ бөтә ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған, әлеге кәндә хаклы ялда булған,  Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы   Ҡәҙербәкова Рәшиҙә Ниғмәт ҡыҙына бирелә.

 

  • 2-се укыусы. (Музыкаль фон. М.Кәримдең “Миҙгелдәр шиғырынан өҙөк ятлай):

Ағып үтте иҫәр ҡар һыуҙары.

Ағастарҙың иләҫ һуты тиртә.

Тәбиғәттең иң һиммәтле сағы –

Тупраҡ ҡарынында орлоҡ бүртә.

Офоҡтарҙан офоктарға тиклем

Моңдан юлдар һыҙып, ҡоштар уҙған.

Был йыһандың ярһып яңғырауы,

Моғайын да, тимен, ҡатын-ҡыҙҙан.

Ҡатын-ҡыҙҙан ...

-Алып барыусы: Хәҙер һүҙҙе, ауылыбыҙҙың арҙаҡлы улын – Башҡортостандың халык артисын Вәлит Илембәтовты тәрбиәләп үҫтергән, уның әсәйенә бирәйек.

-3-се укыусы. (Музыкаль фон. М.Кәримдең “Миҙгелдәр шиғырынан өҙөк ятлай):

Ил өҫтөнән уҙҙы туҡ болоттар,

Сабыр өмөт тулыша башактарҙа.

Алма алһыулана. Гүйә ерҙе

Татлы тулғак тота шул сактарҙа.

Сик-сама юк икән игелеккә-

Балдар тама төнөн ай-йондоҙҙан.

Был донъяла күпме бәрәкәт бар-

Бөтәһе лә, тимен, ҡатын- ҡыҙҙан.

Ҡатын-ҡыҙҙан ...

  • Алып барыусы: Ғүмере  буйы Матросов исемендәге колхозда алдынғы һауынсы, өс меңенсе ,5 бала әсәһе Мортазина Зилә апайға һүҙ бирәйек.
  • 4-се укыусы. (Музыкаль фон. М.Кәримдең “Миҙгелдәр шиғырынан өҙөк ятлай):

Үтә күренә һыуҙар, елдәр, йылдар.

Мең төрлө  төҫ балкый һары төҫтән.

Зиһен етмәҫ ниндәй мөғжизә был?-

Күк төбөнә  ана ысыҡ төшкән.

Әүәлгесә инде ҡыҫыр көйөк

Ыҙаламай йәнде- дауаһыҙҙан.

Күңел күҙе көҙ асыла икән,

Быныһы ла тимен, ҡатын-ҡыҙҙан.

Ҡатын-ҡыҙҙан ...

  • Алып барыусы: Һүҙҙе  үҙенең 4 балаһы янына патронат-тәрбиәгә  тағы 3 бала алған гүзәл әсә - Хужәхмәтова Фәриҙә апайға бирәйек.
  • Мәрәһим йыры (музыкаль пауза):

Йөрәктәр ҡушылды,

Ә юлдар айырылды,

Уртаға ярылды тормоштар.

Яртышар-яртышар

Ҡалдыҡ беҙ. Нишләрбеҙ,

Яҙмыштан булмаһа уҙмыштар?

Һөйгәнем яттарҙа.

Моңһоу таң атҡанда,

Өҙөлә йәндәрем, өҙөлә.

Хәсрәтем юғала,

Шатлығым юл ала.

Бер генә ҡараһам йөҙөнә.

Дөм-ҡара төндәрҙә

Йондоҙҙар һүнгәндә,

Йөрәкте саҡмалай сағырмын.

Менермен үрҙәргә,

Төшөрмөн гүрҙәргә,

Яҙмыштан уҙмыштар табырмын.

  • Алып барыусы: Яҙмыш һәр ваҡыт аҡ һәм ҡара буйҙарҙан тора. Шатлыҡ менән ҡайғы, ҡыуаныс менән үкенестәр бер-бер артлы килә. Тормошоң үҙгәртә алмаҫлыҡ ваҡиғаларына дусар булып, бирешмәй, үҙендә рух ныклығы тапҡан һоклангыс ҡатын-ҡыҙ Дәминева Зәйнәб Ғәйнислам ҡыҙына һүҙ бирәбеҙ.
  • Укыусы:

-Һөйөү нимә?- тинем ир кешегә

-Ҡатын өсөн тамуктарҙы үтеү.

  • Һөйөү нимә?- тинем мин ҡатынға

- Ғәләмдәрҙә көлгә ҡалған ирҙе көтөү.

  • Алып барыусы: Бик йәшләй генә, хөкүмәт ҡушыуы буйынса эшкә килеп, башҡорт егетенә кейәүгә сыгып, ирҙең илен үҙ иткән, ауылымдың иң уңган ҡатын-ҡыҙҙарының береһе, 3 бала әсәһе, ҡатын-ҡыҙҙар советы председателе , 30 йылдан ашыу ғүмерен табип һөнәренә арнаған Зәриә Зауҡан  ҡыҙына бирәбеҙ.
  • Ҡыҙҙар башкарыуында йыр “Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә” (М.Кәрим һүҙҙәре)
  • Укыусы:  Хәрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, әсәйҙәр , өләсәйҙәр! Беҙҙең күңел йылыбыҙ өлгөләрен , бәләкәй генә бүләктәребеҙҙе ҡабул итеп алығыҙ! ( сигеү эштәрен тараталар)
  • Сәхнә әҙерләнә.
  • Алып барыусы: Һәр кешене  ғүмер буйына оҙата килгән кеше ул- әсәй кеше, ә ир-егетттәргә килгәндә уларҙы ғүмер буйына ҡатын-ҡыҙ оҙата килә: әсәй, ҡатын, ҡыҙ бала ...

Бик хаклы әйтәләр : “Һәр бер бөйөк ир егет алдында- юғары ҡатын-ҡыҙ тора”.  Бөйөк шағирыбыҙ тормошонда шәхес булараҡ үҫешенә, тотош ижадына ҙур  мәғәнә  һалыусы илаһи заттарға ҡайтып  ҡалабыҙ. ( Оло инәй, Кесе инәй, Кендек ) М.Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ баласак” әҫәренән  уҡыусылырҙан күстәнәс. (өҙөк «Кеше тыуҙы»)

  • Музыкаль  фон ебәрелә. Шағир  образында бер уҡыусы егет сыға һәм М. Кәримдең шиғырын  ятлай:

ӨС СИФАТТА КҮРӘМ, ӨС ҺЫНДА...

Мин тағы ла ситтә, Башҡортостан,

Матур исемең телем осонда.

Оҙон төндә һине төштәремдә

Өс сифатта күрәм, өс һында –

Әсәм, бисәм, ҡыҙым һынында.

Әсәйемә мең йәш. Мин һорайым:

-Әсәкәйем, бәхет күрҙеңме?

-Көн менән төн күрҙем, ут менән һыу;

Йәш тә, нур ҙа йыуҙы күҙемде.

Яуабымды мин тупраҡҡа яҙҙым

Һинең һорауыңдан элгәре:

Әрнеүҙәрем – әсе әремдәрем,

Шатлыҡтарым – баллы гөлдәрем.

Барын күрҙем, бөтәһен дә ҡылдым:

Ҡорал тоттом, доға уҡыным;

Тауҙар ишелделәр, ҡороно диңгеҙ, -

Ҡоротманым башҡорт тоҡомон!..

Әсәйемә мең йәш. Унан ҡала

Һиңә өндәшәм, бисәм-йәштәшем:

-Бәхетлеһеңме һин?

Ярты быуат

Был тупраҡта нисек йәшәнең?

-Бәхетелеме? Бәлки, кәрәкмәйҙер

Бәхетлегә бәхет юрауҙар.

Килгән болот китер өсөн килде,

Бөтөр өсөн төштө ҡырауҙар.

Ярты быуат ҡояш нурын эсәм –

Минең өсөн тыуған ҡояштың.

Упҡындарҙан сығып, уйым менән,

Буйым менән күккә олғаштым.

Ярты быуат буйы ҡанат ҡағам

Өмөттәрҙән, дәрттән, һөйөүҙән.

Ҡай ваҡытта ҡапыл ҡурҡып ҡуям

Йәшәүемә ят күҙ тейеүҙән.

-Хәҙер һин әйт, ҡыҙым,

Ҡулыңдамы

Аҡ бәхеттәр тулы тәгәс?

-Бәхетте һуң нисек таныйым мин,

Бәхетһеҙлектәрҙе күрмәгәс?..

Телә миңә, һеҙҙең ашҡыныуҙар,

Һеҙҙең идеал булһын яраным.

Әйткәнең бар: “Бәхет ул – тик алда”,

Һәм мин уға табан барамын.

...Һинән алыҫта мин, Башҡортостан,

Матур исемең телем осонда.

Оҙон төндә һине төштәремдә

Өс сифатта күрәм, өс һында –

Әсәм, бисәм, ҡыҙым һыныда...

  • Алып барыусы: Ауылымдың арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙары!Мостай телендә бөйөк дан һүҙҙәре  йырланған өс һында , өс образда күрҙек бөгөн беҙ һеҙҙе! Рәхмәт һеҙгә! Һеҙҙең тормошоғоҙ, ысын мәғәнәһендә, һокланып бөтмәҫлек ҡаһарманлыҡ өлгөһө! Бөйөк халык шағирыбыҙҙың барлыҡ  һүҙҙәре , һоҡланыуы барыһы ла һеҙҙең өсөн, хөрмәтле илаһи заттар!
  • Музыкаль  фон ебәрелә. Шағир  образында бер уҡыусы егет сыға һәм шиғыр ятлай:

Өс мөғжизә мине әсир алды -

Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше.

Өс сер мине уйға, шомға һалды -

Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше...

  • Кисә тамам.

 

 

 

Категория: Мои статьи | Добавил: mygarbi (10.01.2015)
Просмотров: 1661 | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
avatar